Башҡортостанда легаль булмаған ҙур партиялағы спиртлы эсемлектәр тартып алынған

Башҡортостанда легаль булмаған ҙур партиялағы спиртлы эсемлектәр тартып алынған 14.03.2017

Алькоголь продукциялар Өфөлә һәм Благовещендә урынлашҡан келәттәрҙә табылған. Шешәләге һәм пластик һауыттарҙағы иҫерткестәрҙең дөйөм ауырлығы 30 тонна самаһы тартҡан.

Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, тартып алынған эсемлектәр артабан ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу өсөн төрлө магазин-ресторандарға оҙатылған. Әлеге ваҡытта продукцияларҙың өлгөләре экспертизаға оҙатылған. Шулай уҡ суррогат шыйыҡсаның етештереү урыны һәм килтереү каналдары тикшерелә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку