Башҡортостанда эшҡыуарҙы урлаусы ике ир суд алдында яуап бирәсәк

Башҡортостанда эшҡыуарҙы урлаусы ике ир суд алдында яуап бирәсәк 10.08.2016

Улар икеһе лә Дағстан Республикаһы вәкилдәре.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, былтыр улар ,,ВЕК Ойл,, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры менән бәйләнешкә сығып, унан бензин һатып алыу өсөн контракт буйынса күсерелгән 8 миллион һум аҡсаны ҡайтарыуын талап итә. Эшҡыуар баш тартҡас, ғәйепләнеүселәр төҙөлөп ятҡан автозаправкаға килеп, унда ирҙе туҡмай һәм үҙҙәре менән алып китә.  Эшҡыуарҙың туғандары хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итмәһен өсөн, Дарсланов менән  Атаев унан ҡатынына шылтыратып, командировкаға китергә мәжбүр булыуы хаҡында хәбәр иттерә. Ирҙәр шулай уҡ автозаправка ҡарауылсыһын  производство бүлмәһенә бәйләп һалып ҡуя.  Эшҡыуар машина эсендә тәүлектән ашыу ята, был ваҡытта енәйәтселәр уны язалау менән ҡурҡытып аҡса талап итә. Енәйәт эше фигуранттары үҙҙәренең ғәйебен танымаған. Енәйәтте асыҡлау өсөн барлығы 12 тикшереү  үткәрелгән, шул иҫәптән ғәйепләнеүселәрҙең береһе автозаправкала ҡалдырған тәмәке төпсөгөнән ДНК анализы алынған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку