Башҡортостанда дауыл 23.06.2016

Ҡойма ямғыр мәлендә көслө ел бөгөн Туймазы районының Бишҡурай ауылында ҙур зыян килтерҙе. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә урындағы мәктәп, торлаҡ йорттар зарар күргән. "Туймазинский вестник" гәзите мәғлүмәттәре буйынса, дауыл  арҡаһында электр сымдары өҙөлгән, тиҫтәләрсә йорт утһыҙ ҡалған. Ошо уҡ сығанаҡта хәбәр ителеүенсә, бер нисә урында көслө дауыл ағастарҙы тамырынан аҡтарған.

Өфөлә лә дауыллы ҡойма ямғыр яуып үтте. Ағастар, автомобилдәр зыян күрҙе. Социаль селтәрҙәге фотоларҙан күренеүенсә,  дауыл мәлендә  автомобилдәргә ағас ауыу осраҡтары күҙәтелгән.  Бынан тыш, шәхси йорттарҙа ут һүнеү тураһында ла хәбәр ителә.  Шулай уҡ  Гоголь урамында йәйәүле ҡатындың өҫтөнә ҡарт ағас ҡолауы тураһында ла мәғлүмәт бар. Ханым дауаханаға оҙатылған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә 23-нән 24 июнгә ҡарай төндә лә тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡланасаҡ. Ел урыны менән секундына 18-23 метр тиҙлектә иҫәсәк. Йәшенле, ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика