Башҡортостанда бомба тураһында хәбәрҙәр өсөнсө көн рәттән булды

Башҡортостанда бомба тураһында хәбәрҙәр өсөнсө көн рәттән булды 12.09.2017

Бөгөн башҡалала автомобилдәр менән сауҙа итеүсе салондан, Стәрлетамаҡта «Һаҡлыҡ банкы»нан кешеләрҙе эвакуацияланылар. Кисә Өфөлә бер нисә ҙур сауҙа комплексынан халыҡты хәүефһеҙ урынға сығарҙылар.

Унан алда Стәрлетамаҡ ҡалаһында 4 сауҙа йортонда ошондай уҡ хәүефһеҙлек саралары күрелде. Шул уҡ ваҡытта бындай хәл Башҡортостанда ғына түгел, ил буйынса күҙәтелә, һуңғы бер нисә көндә генә төрлө ҡалаларҙа 130-ға яҡын комплекстан кешеләр эвакуацияланған. Әле хоҡуҡ һағындағылар телефон террорсыларын эҙләү менән мәшғүл. Эксперттар иһә бындай хәлде именлек хеҙмәтенең киң күләмле күнекмәләре менән аңлата.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку