Башҡортостанда бөгөн мәтам көнө

Башҡортостанда бөгөн мәтам көнө 07.08.2017

Указға төбәк башлығы ҡул ҡуйҙы. Дәүләт власы органдары урынлашҡан биналарһа флагтар яртылаш төшөрөлгән. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төндә Бөрө районының Үгеҙ ауылында теркәлде. Янғында 9 кешенең, шул иҫәптән 5 баланың ғүмере өҙөлдө. Уларҙың иң кесеһенә бер йәш булған.

Бер төндә тормош иптәшен,  өс  балаһын юғалтҡан йәш ҡатындың ҡайғылы  хәлен ул үҙе генә белә. Верониканың янғында ҡулдары, аяҡтары бешкән, әммә йөрәк һыҙлауҙарынан ул тән йәрәхәттәрен тоймай ҙа тиерлек. Дауаханала ятмай,  ауылға ҡайта һалған.
Фажиғә ауыл халҡы  йоҡлағанда, төнгө икелә сыға.
Күрше йорта йәшәгән Фәрит Саҙрыев фажиғә урынына тәүгеләрҙән булып килеп етә.
Уҙған ял Саҙретдиновтарҙың  йортонда ун ике кеше  йыйылған.  Ауыл советында идарасы булып эшләгән Вероника ире, өс балаһы һәм ҡәйнәһе  73 йәшлек Фатима Саҙретдинова менән йәшәгән.  Ғаилә башлығы Рәмил себерҙә вахта ысулы менән хеҙмәт урыны тапҡан. Ҡунаҡҡа уларға Мәскәүҙән  һеңлеһе  Гөлшат   һигеҙ һәм  йәш ярымлыҡ балаһы менән ҡайтҡан.  Улар ошо көндәрҙә илдең баш ҡалаһына кире юлланырға  билет алған. Әммә бөтәһе лә  йоҡлаған килеш утта янған. Уларҙы алырға ҡайтҡан туғандары-  егерме йәшлек егеттең дә ғүмере өҙөлгән.  Вероника, уның ҡәйнәһе һәм ҡунаҡҡа киилгән тағы бер оло йәштәге ир генә тәҙрәнән һикереп сығып ҡотолоп  ҡалған. Ғаиләне урындағылар тик ыңғай яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. Уҡыусы балалар бөтәһе лә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән.
Йорт ике ҡатлы булған,бүрәнән һалынған иҫке  өйҙө  йәштәр ҙурайтып  төкәтмә  төҙөгән. Урындағылар әйтеүенсә,ул  тиҙ яныусан материалдар менән эшләнгән. Һәләк булған балалр һәм өлкәндәр икенсе ҡатта йоҡлаған.      
Ғәҙәттән тыш хәлгә төҙөк булмаған электр үткәргесе лә сәбәпсе булыуы бар, тип ҡарала. Осраҡ буйынса республика тәфтиш комитеты енәйәт эше асҡан.
Иҫән ҡалған 73 йәшлек ҡатын һәм уларға ҡунаҡҡа килгән 81 йәшлек оло йәштәге ир әле  дауаханала. Ир Бөрө район үҙәк дауаханаһының  травмотология бүлегендә. Ул төрлө тән йәрәхәттәре алған,  ҡасандыр янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләүе билдәле.  
Табиптар билдәләүенсә, Фатима Саҙретдинованың 15 процент тәне бешкән. Уны Өфөгә республика тән бешеүҙәрен дауалау үҙәгенә ебәргәндәр. Зыян күреүселәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар көрәшә.
Өлгөлө ғаилә тураһында быйыл февралдә генә район гәзитендә мәҡәлә баҫылған. Ике ҡатлы, ҙур күркәм йорт алдында татыу ғаилә фотоға төшкән.
Күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарҙа  янғын иҫкәртеү ҡоролмалары урынлаштырыу мөһим. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Бөрө районы Үгеҙ ауылына сәфәре барышында белдерҙе. Төбәктә ул утта һәләк булған ғаилә яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Рөстәм Хәмитов янғындарҙы иҫкәртеү сараларын көсәйтеү мөһим тип билдәләне.
Башҡортостан башлығы урындағы халыҡ менән дә аралашты.Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн кешеләр тәү сиратта үҙҙәре лә яуаплылыҡ тойорға тейеш тип белдерҙе.
Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса янғында һәләк булысыларҙы ерләү сығымдарын Бөрө районы үҙ өҫтөнә ала. Торонбаштары ғына ҡалған ағас йорт харабалары һүтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку