Башҡортостанда бөгөн мәтам көнө

Башҡортостанда бөгөн мәтам көнө 07.08.2017

Ошо туралағы Указға төбәк башлығы ҡул ҡуйҙы. Республика етәксеһенең указына ярашлы дәүләт идаралығы органдарының биналарындағы флагтарҙы төшөрөлгән. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төндә Бөрө районының Үгеҙ ауылында теркәлде. Янғында 9 кешенең, шул иҫәптән 5 баланың ғүмере өҙөлә. Ут электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныштан сыҡҡан тип фаразлана. Бөрө районы хакимиәте  һәләк булғандарҙы ерләүҙә  ярҙам курхэтэсэк. Әле ғәҙәттән тыш хәл урынында беҙҙең ижади төркөм эшләй.

Күп балалы ғаиләлмрҙә янғын иҫаәртеү ҡоролмалары урынлаштырыу мөһим. Был турала бөгөн башҡортостан башлығы Бөрө районы Үгеҙ ауылына сәфәре барышында белдерҙе. Төбәктә ул янғында һәләк булған ғаилә яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Рөстәм Хәмитов янғындарҙы иҫкәртеү сараларын көсәйтеү мөһим тип билдәләне.
Башҡортостан башлығы урындағы халыҡ менән дә аралашты.Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн кешеләр тәү сиратта үҙҙәре лә яуаплылыҡ тойорға тейеш тип белдерҙе.
Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса янғында һәләк булысыларҙы ерләү сығымдарын Бөрө районы үҙ өҫтөнә ала. Торонбаштары ғына ҡалған Ағас йорт харабалары һүтеләсәк.
Дауылдарн зыян күргән Ауырғазы районы көйәҙебаш ауылында Рөстәм Хәмитов ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.Төбәктә әле дәррәү эш бара. Рөстәм Хәмитов тиҙ арала ҡыйыҡтары, зарар күргән торлаҡ йорттарҙы төҙөкләндерергә бойорҙо. Был маҡсатта райондан төҙөлөш бригадалары йәлеп ителәсәк. Улар башҡарған эш күләменә ҡарап республика ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү күҙаллана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку