Башҡортостанда һауа шарттары боҙола

Башҡортостанда һауа шарттары боҙола 21.02.2017

Иртәгә республикала көслө буран урыны менән епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм көрт һалыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етер тип күҙаллана. Шуға ла автоинспекторҙар алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, мәжбүр булған осраҡта тиҙлек режимын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.

Һауа температураһының күтәрелүе сәбәпле бина ҡыйыҡтарында боҙбармаҡтар хасил булды. Белгестәр йорттар янынан үткәндә иғтибарлы булырға саҡыра. Ҡыйыҡтары таҙартылмаған йорттар тураһында  торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына хәбәр итеү һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика