Башҡортостанда 3 балаһы янғында һәләк булған 26 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарыласаҡ

Башҡортостанда 3 балаһы янғында һәләк булған 26 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарыласаҡ 10.08.2016

Фажиғә ошо йылдың апрелендә Балтас районында теркәлде. Янғынға балаларҙың ут менән шаярыуы сәбәпсе була.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, иҫерек әсә йоҡоға талған мәлдә уның 4 йәшлек һаңғырау  улы күрше бүлмәлә ҡатын ҡалдырған шырпы һәм зажигалка менән уйнай башлай. Ут сығып китеү осраҡтары быға тиклем дә булғылай, әммә был юлы бәлә кисектерелмәй. Баланың ут менән шаярыуы уның һәм,  ике һәм алты йәштәрҙәге ҡыҙ туғандарының ғүмерен өҙә.  Сабыйҙар төтөнгә тонсоғоп һәләк була. Күп балалы әсәгә янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж күп тапҡырҙар үткәрелә. Әммә фажиғәне  иҫкәртеү өсөн был ғына аҙ. Мәсьәлә урындағы властарҙың иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку