Башҡортостанда 250 тонна нефть сеймалын урлау осрағы фашланды 31.05.2016

Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының  иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы баш идаралығы вәкилдәре хәбәр итә. Башҡортостан ведомствоһының рәсми сайтында урынлаштырылған мәғлүмәткә ярашлы, ҡара алтын республиканың  ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһына ҡараған скважиналарҙан алынған.

Төбәк-ара енәйәтсел төркөм сеймалды автоцистерналарҙа сығарған. Нефтте улар Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙә ҡулаҡсаға һатҡан. Рейд барышында төркөм ағзаларының береһенә ҡараған автозаправка станцияһы биләмәһендә 50 тонналыҡ 5 резервуарҙың углеводород сеймалы менән тулы булыуы асыҡланған.  Төркөмгә ингән дүрт кеше Башҡортостандыҡы, уны ойоштороусы Татарстанда теркәлгән коммерция ойошмаһының директоры. Әле ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған. Нефть урлау осрағын тикшереү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика