Башҡортостан журналистикаһы юғалтыу кисерҙе... 11.05.2015

10 майҙа «Тамаша» журналы мөхәррире, журналист Әлмира Кәримова ейәнсәре менән фажиғәле һәләк булды. Әлеге мәлдә уның ҡыҙы ла ауыр хәлдә реанимацияла. Барыһына ла янғын сәбәпсе. Ғаилә йәшәгән ятаҡта ут сыға... Бөгөн талантлы һүҙ оҫтаһы менән хушлашырға  дуҫтары, ҡәләмдәштәре йыйылды.

Бәләкәйҙән шуҡ, шаян булып үҫә Әлмира Кәримова. Китап уҡырға ярата. Башҡорт дәүләт университетында журналистика серҙәренә төшөнә. Яратҡан һөнәренә бер ҙә хыянат итмәй. Башта Учалыла сыҡҡан «Өлкәр» әҙәби журналында, артабан «Шоңҡар», «Тамаша» журналдарында эшләй. Тик ғүмере генә үтә ҡыҫҡа була. 47 йәшлек журналист ҡыҙы һәм ейәнсәре менән бергә фажиғәгә тарый. Төнгө сәғәт өстәрҙә Йәштәр Бульварында урынлашҡан элекке дөйөм ятаҡта янғын сыға.
Янғын беренсе ҡаттың коридорында башлана. «Бүлмәнән сығырлыҡ түгел ине»,- ти шаһиттар. Шуға күптәр тәҙрәнән һикереп ҡотола. Әлмира Кәримова йәшәгән бүлмәнең тәҙрәһе тимер рәшәткә менән ҡапланған була. Янғын һүндереүселәр рәшәткене емереп инә лә бит тик һуңға ҡала...
Сөләймән Латипов, «Тамаша» журналының баш мөхәррире: «Әлмира Кәримованы юғалтыу беҙгә ҡыйын. Ул иң яҡшы журналистарҙың береһе ине. Айырыуса, командировкаларға йөрөгән саҡта уны бик ихтирам итә инеләр. Кеше менән аралаша белә ине».
Фажиғә сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Фаразр буйынса башта  коридорҙа торған коляска яна башлай. Уға һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө ташлап китеүҙәре ихтимал.  Шулай уҡ электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы  сәбәпсе тигән дәлил дә инҡар ителмәй... Әйткәндәй, Әлмира Кәримова өләсәй булыуҙы тормоштоң иң ҙур бүләге тип ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә журналистың йәш ярымлыҡ ейәнсәре һәләк була. Әлегә 25 йәшлек ҡыҙы ла ауыр хәлдә реанимацияла ята.
Зөлфиә Сәғитова, Әлмира Кәримованың һабаҡташы: «Телефондан белдем уның өләсәй булғанын. Бына ейәнсәрем тыуҙы тине. Шул тиклем бәхетле ине. Уны шул тиклем яратты. «Эштән һағынып ҡайтам, эштең аҙағын көтөп бөтә алмайым», - тип һөйләй торғайны.
Әлмира Кәримова 20 йылға яҡын «Тамаша» журналында эшләй. Бигерәк тә, ижадсыға интервью жанры  яҡын була. Һуңғы мәҡәләһен автор «Нур» театры эшмәкәрлеге хаҡында әҙерләй.  Ул журналдың 3-сө һанында донъя күрәсәк.
Әлмира Кәримова, журналист: «Журналист булыуыма үкенмәйем. Сөнки эшемде, ысынлап та, яратам. Яратмаһам мин эшләй ҙә алмаҫ инем... Кешеләр минең интервьюларҙы уҡып романдарға тиңләй. Мин, әлбиттә, быны маҡтаныр өсөн әйтмәйем.. Ә ысынлап та, шәхестең бөтә яҙмышы, бөтә эше, бөтә уның эшмәкәрлеге ошо интервьюлар аша асып һалына. Һәм журналды уҡыған халыҡ рәхмәттәр әйтеп шылтырата беҙгә»...
Әлмира Кәримова ейәнсәре менән тыуған яғы - Учалы районының Иманғол ауылында ерләнәсәк. Бөгөн Өфөлә журналист һәм уның ейәнсәре менән яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре хушлашты.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика