Башҡортостан юғары суды коллегия ултырышында Рәсәйҙә тыйылған «Нурджулар» ойошмаһы ағзаларына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Башҡортостан юғары суды коллегия ултырышында Рәсәйҙә тыйылған «Нурджулар» ойошмаһы ағзаларына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды 03.07.2017

Улар енәйәт кодексының 282-се статьяһы, йәғни экстремист ойошмаһы эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә ғәйепләнде. Төркөм ағзаларының икәүһе иркенән мәхрүм ителде, икеһе шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырылды.

Енәйәт эшен тикшереү барышында төркөм ағзалары Башҡортостандың Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында  эшләп килгән башҡорт-төрөк лицейҙарында уҡыған мәлдә дини-экстремист ойошма сафына инеүе асыҡланған.Тәфтишселәр шулай уҡ уларҙың йәшерен эшмәкәрлек алып барыуын һәм республика халҡы араһында үҙ идеологияһын  таратыуҙы маҡсат итеп ҡуйыуын дәлилләгән. Урындағы ячейканың ойошҡан рәүештә эш алып барыуы, конспирация талаптарын теүәл үтәүе билдәле булған. Тентеү барышында хөкөмгә тарттырыусылар йәшәгән йорттарҙа  тыйылған экстремистик әҙәбиәт табылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку