Башҡортостан сигенән алыҫ түгел Ырымбур газүткәргесендә көслө янғын 18.02.2016

Ул Октябрьский районының Салмыш ауылы эргәһендә бара.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идарылығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын Совхозная - Ырымбур ер аҫты магистрале газүткәргесе тишелеүҙән сыға. Ут, ҡуйы төтөн бер нисә нисә саҡрым алҫлыҡтан күренә. Әле Өфө-Ырымбур трассаһы ябылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр юҡ. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн идаралыҡ,  газ хеҙмәте ҙур тырышлыҡ һала. Ведомство биргән мәғлүмәттәр буйынса газ сәғәт ярым, ике сәғәт эсендә янып бөтөр тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика