Башҡортостан прокуратураһы янғында 12 кешенең ғүмере өҙөлгән реабилитация үҙәгенең эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә

Башҡортостан прокуратураһы янғында 12 кешенең ғүмере өҙөлгән реабилитация үҙәгенең эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә 01.04.2016

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Ғәҙәттән тыш хәл март айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлде. Шәхси йортта урынлашҡан реабилитация үҙәгендә 10 ир һәм 2 ҡатын наркомания һәм алкоголизмдан дауаланған. Әле аныҡланмаған мәғлүмәткә ярашлы  ут электр ҡоролмаларындағы етешһеҙлектәр арҡаһында сыҡҡан. Кешеләр һөрөмгә ағыуланған. Әле осраҡ буйынса  бер нисә енәйәт эше асылған, прокурор тикшереүе үткәрелгән.

Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса өлкән ярҙамсыһы: «Үҙәктең уставында ҡаралған эшмәкәрлек төрҙәре буйынса граждандарҙың хоҡуҡтарын тьәмин итеү, аҡса йыйыу, эшкә йәлеп итеү, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлеше  мәсьәләләре ентекле тикшерелде. Енәйәт эштәрен тикшереү барышы һәм уның һөҙөмтәләре,  йәмәғәт ойошмаһын тикшереү һөҙөмтәләре Башҡортостан прокурорының шәхси контролендә тотола».
Тикшереү барышында «Содействие» үҙәгенең Өфө һәм Стәрлетамаҡта өс филиалы булыуы асыҡланды. Уларҙың икеүһә шәхси йортта урынлашҡан, был иһә закон тарафынан ҡәтғи рәүештә тыйылған тип билдәләй белгестәр. Бынан тыш коттеджадрҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре бөтөнләй үтәлмәгән. Эвакуация юлдарына йорт йыһаздары урынлаштырылған, йылытыу ҡаҙанлыҡтары кейем-һалымды киптәреү өсөн ҡулланылған. Законды тупаҫ боҙоу осраҡтары асыҡланыу сәбәпле йәмәғәт ойошмаһының эшен бөтөнләй туҡтатыуҙы һорап прокуратура республика юғары судына мөрәжәғәт итте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку