Башҡортостан ил кимәлендә тимер юлдарында теркәлгән юл фажиғәләре буйынса 8-се урынды биләй

Башҡортостан ил кимәлендә тимер юлдарында теркәлгән юл фажиғәләре буйынса  8-се урынды биләй 25.12.2014

Йыл һайын республикала поезд ҡатнашлығында тиҫтәгә яҡын бәхетһеҙ осраҡ  теркәлә.

Йыш ҡына быға тимер юлы үткәүеленең йыһазландырылмауы йәки хәрәкәтте көйләүсе приборҙарҙың эшлектән сығыу сәбәпсе, тигән фекерҙә руль артындағылар. Күңелһеҙ статистика көндән-көн тулылана. Кисә Көйөргәҙе районында ла «Лада» автомобиле  поезд менән бәрелеште. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль пассажирҙары төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Сәғәт көндөҙгә өстәр тирәһендә унынсы модель «Лада»  тимер юл аша ҡыҙыл светофорға үтеп барған була. Поезд туҡтап өлгөрмәй. Автомобилдә ултырыусы дүрт кеше  зыян күрә, уларҙың икәүһе балалар. Белорет районының Асы ауылы эргәһенән үткән тимер юлда ла  февралдә поезд ҡатнашлығында фажиғә теркәлгәйне. Етенсе модель ВАЗ автомобиленә идара итеүсе водитель иғтибарһыҙлығы арҡаһында поезд аҫтында ҡалды. Уға тере ҡалырға бәхетле осраҡ ярҙам итә.
Августа Учалы районының Кәрим ауылы эргәһендә тепловоз еңел автомобилгә бәрелә. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, «Opel Corsa» тимер юлды   светофорҙың ҡыҙыл утына үтә. Юғары тиҙлектә килеүсе поезд  туҡтап өлгөрмәй. Аварияла 57 йәшлек водитель һәм уның 66 йәшлек пассажиры һәләк була.
Сентябрҙә баш ҡалала «Шкода» Фабия автомобиле электровоз менән бәрелеште. 27 йәшлек  ҡатын поезды үткәрмәй. Һөҙөмтәлә бер ай элек кенә руль артына ултырған ханым һәләк була. Өфөнөң Октябрь районындағы әлеге тимер юл үткәүелендә  авариялар йыш теркәлә.  Фажиғәләрҙең барыһында ла водителдәр үҙҙәре ғәйепле. Сөнки  автоһәүәҫкәрҙәр светорфорҙың ҡыҙыл утын инҡар итә. Тимер юлдарҙағы күңелһеҙ статистиканы кәметергә махсус ҡаршылыҡтар ғына ярҙам итә, тип билдәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика