Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы Стәрлетамаҡтағы фажиғә сәбәптәрен асыҡлай

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы Стәрлетамаҡтағы фажиғә сәбәптәрен асыҡлай 15.03.2016

Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, урында идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рим Ғабдуллин етәкселегендә оператив төркөм эшләй. Тәфтишселәр янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн эксперт  һәм суд-медицина тикшеренеүҙәре ойоштороуға  документтар әҙерләй.

Урында күсмә криминалистик лаборатория тикшереүҙәре бара. Тәүҙәрәк матбуғат сараларында һәләк булыусылар элекке СССР илдәренән эшкә килеүселәр тигән мәғлүмәт таралғайны. Әммә  республика буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы был яңылыҡты иңҡар итте.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Фараздар буйынса, янғында һәләк булыусыларҙың барыһы ла республика граждандары булған.  Бинаның яртыһы ҡуртымға тапшырылып, унда социаль адаптация үҙәге урынлашҡан булыуы билдәле. Ваҡиға сәбәптәре асыҡланғас, Енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе күтәреләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку