Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы Салауат ҡалаһында йәшәүсе һигеҙ ирҙе эҙләй

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы Салауат ҡалаһында йәшәүсе  һигеҙ ирҙе эҙләй 24.11.2015

Улар 28 октябрҙән 29-на ҡарата төндә Салауат ҡалаһында теркәлгән үлемесле фажиғәлә ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.

Алдан хәбәр ителеүенсә, был төндө ҡала кафеларының береһе янында ике төркөм араһында низағ сыға һәм енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең береһе 36 йәшлек иргә травматик пистолеттан атып, уның битен йәрәхәтләй. Ирҙәр уның ҡоралын тартып ала һәм зыян күреүсегә дауаханла ярҙам күрһәтелә. Әммә бер аҙ ваҡыт үткәс, низағ зыян күргән яҡ вәкилдәре эшләгән автосервиста дауам итә һәм билдәһеҙ кешеләр төркөмө уларға ҡоралдан ут аса. Һөҙөмтәлә бер нисә кеше йәрәхәтләнеп дауаханаға килтерелә ,  36 йәшлек ирҙең ауыр йәрәхәттәрҙән ғүмере өҙөлә. Әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙең өсөһөнөң шәхесе билдәле, уларға ҡарата енәйәт эше асылған һәм икәүһе һаҡ аҫтына алынған. Фажиғә шарттары  һәм ҡалған енәйәтселәрҙе табыуғак йүнәлтелгән оператив -эҙләү саралары дауам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку