Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Өфөлә 11 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың һәләк булыу шарттарын асыҡлауын дауам итә 22.09.2015

Алдан хәбәр ителеүенсә, 21 сентябрҙә мәктәпкә китеп юғалған баланың кәүҙәһе ошо уҡ көндө кис лицейҙан 50 метр самаһы алыҫлыҡта шәхси гараждар араһында табылды. Раҫланмаған мәғлүмәт буйынса 11 йәшлек Виолеттаның быуып үлтерелеүе ихтимал. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре шаһиттарҙың  яҡындағы полицияға, йә Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә : 279-39-02 йәки 02 һандары буйынса шылтыратыуҙарын һорай.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Шулай уҡ автомобилдәрҙең  видеотеркәү ҡоролмалары, тышҡы күҙәтеү камералары һәм кеҫә телефондары яҙмаларын эҙләйбеҙ. Шулай уҡ 21 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә тиклем Цюрупа, Петропавловск, Пархоменко, Ҡыҙыл Дон урамдары һәм Пархоменко урамы тыҡрығында төшөрөлгән видеояҙмалары булған граждандар һәм ойошмалар ҙа беҙгә ярҙам итә ала. Яҙмаларҙы  Совет районының полиция бүлегенә  йәиһә  Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына тапшырырға кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика