Башҡортостан һауаһынан радиоактив болоттар үткән

Башҡортостан һауаһынан радиоактив болоттар үткән 21.11.2017

Был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килеүен бөгөн Рәсәй гидрометеорология федераль хеҙмәте раҫланы. Көньяҡ Уралдың радиацион хәле тураһындағы мониторинг сентябрҙә үк баҫтырылған. Уға ярашлы, рутений-106 матдәһе Өфө-Дим станцияһында юғары һөҙөмтә күрһәткән.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, техноген радионуклид атмосфераға әҙ күләмдә эләккән осраҡта ул аварияға тиң. Быға тиклем ул Силәбе өлкәһендә ҡасандыр йәҙрә яғыулығын етештергән «Маяҡ» комбинатында ла теркәлгән. Әлеге участкаға һауа бысраҡлығы юғары һөҙөмтә күрһәткән. Әммә, Росатом был сәнәғәт өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙа бер ниндәй ҙә авария булмауын хәбәр итә. Рутений-106 концентраты Башҡортостанда йәшәүселәргә һәм тирә-яҡ мөхитенә хәүеф янамай, ти Рәсәйҙең гидрометеорология федераль хеҙмәте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку