Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында – премьера 05.12.2014

Кино һөйөүселәргә  «Гонимый солями» тигән китап буйынса төшөрөлгән «Легалка.net» фильмы тәҡдим ителде.

Өфөлә төшөрөлгән картина ысынбарлыҡҡа таянып ижад ителгән. Фильмда кеше яҙмышы аша наркотиктарҙың шәхес культын емереүе, упҡынға этәреүе һүрәтләнә. Уны төшөргәндә сюжеттарҙа күрһәтелгән документаль видеоматериалдар ҙа файҙаланылған. Ролгә профессиональ актерҙар ғына түгел, наркомандар ҙа, ағыулы матдә һатыуҙа ғәйепләнеп хөкөм язаһына тарттырылыусылар ҙа, ябай кешеләр ҙә йәлеп ителгән. Кинотаҫма бәхетле тамамлана. Белгестәр социаль фильмдың йәштәр, үҫмерҙәр өсөн тәрбиәүи әһәмиәте юғары булыуын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика