Баш ҡаланың Ленин урамында теркәлгән авария һөҙөмтәһендә 7 автомобиль зыян күрҙе

Баш ҡаланың  Ленин урамында теркәлгән авария һөҙөмтәһендә 7 автомобиль зыян күрҙе 18.09.2014

Ғәҙәттән тыш хәл уҙған төндә сәғәт беренселә теркәлә.

Яҡын-тирәләге шәхси йортта йәшәүселәрҙе нәмәлер гөрһөлдәгән тауыш уята. Тышҡа сыҡҡас, улар автомобилдәренең юҡлығын күрә. Асыҡланыуынса, төнгөлөккә туҡтаған КамАЗ машинаһының тормозы боҙолоу сәбәпле, ул тауҙан ишелеп төшә. Кирбес тейәлгән йөк машинаһы юл ситендә торған 7 автомобилде эләктерә, тәүҙә һыу колонкаһына, һуңынан бағанаға бәрелә. Кабинала йоҡлап ятҡан КамАЗ водителе еңел йәрәхәттәр менән ҡотолған. Бәхеткә күрә, аварияла һәләк булыусылар юҡ. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку