Баш ҡаланың Киров районында полицейскийҙар пиротехника кибетенән урлашыусыларҙың эҙенә төштө

Баш ҡаланың Киров районында полицейскийҙар пиротехника кибетенән урлашыусыларҙың эҙенә төштө 11.12.2017

Уғрылыҡ осрағы тураһында  Киров районының 3-сө полиция участкаһына 26 йәшлек кибет хеҙмәткәре хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, сауҙа үҙәгенән тәүҙә 30, һуңынан 20 мең һумлыҡ тауар юғала. Оператив саралар һөҙөмтәһендә енәйәттә ғәйепләнеүселәр ҡулға алына.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, магазин талауҙа 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге дүрт егет ҡатнаша. Улар үҙҙәренең ғәйебен таный. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, төндә дүрт кеше сауҙа үҙәге ишеген ватып эскә үтеп инә. Улар 50 шәм һәм шулай уҡ фейервектар тултырылған йәшникте алып сыға. Иртәгәһе төнгә уғрылар йәнә кибеткә инә. Урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку