Баш ҡаланың Беренсе май урамында асфальт ишелеп төштө

Баш ҡаланың Беренсе май урамында асфальт ишелеп төштө 30.11.2016

Зыян креүселәр юҡ. Сөнки, был авария тураһында коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре алдан уҡ белгән. Юл ҡатламы сатнай башлау менән улар был урынды кәртәләп алған була.

Үткән аҙналағы ер ишелеүе ихатала булһа, был юлы соҡор беренсе май урамының ҡап уртаһында барлыҡҡа килгән. Бәхеткә күрә зыян күреүселәр ҙә, ер аҫтына төшөпе киткән автомобилдәр ҙә юҡ. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре асфальт сатнай башлағас та авария урынын билдәләп ,кәртәләп ҡуйған.
Азамат Йәлилов, участка етәксеһе: «Дүшәмбе үк был урынды кәртәләп алғайныҡ. Асфальт сатнай башлау менән тикшереү үткәрҙек.Торбаларҙан һыу ағып тороп ер ҡатламын йыуған. Шул сәбәпле бушлыҡ барлыҡҡа килгән».
Әле эшселәр торбаларҙы ямап соҡорға йыйылған һыуҙы һурҙырып алыу менән мәшғүл. Транспорт хәрәкәте туҡтатылмаған.
Йәмәғәтселекте был хәл һиҫкәнергә мәжбүр итте.Һуңғы арала ғына ошондай өс осраҡ теркәлеүе шикләнерлек тә шул.
Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлгә карст бушлыҡтарының бер ҡыҫылышы ла юҡ. Сәбәп -кеше факторы. Йәғни, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эште минән киткәнсе  эйәһенә еткәнсе, тип башҡарыуҙары.
Мария Шерегина, «Өфө һыу каналы» предприятиеһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджеры: «Күптән түгел генә был урында инженер селтәрҙәрен төҙөкләндереү эше үткәйне. Күрәһең, хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен еренә еткереп үтәмәгән. Хәҙер шул уҡ ойошма гарантия буйынса унда ремонт эштәре башҡара».
Шулай ҙа интернет киңлектәрендә, социаль селтәрҙәрҙә был ғәҙәттән тыш хәл ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы. Кемдер коммуналь өлкәне һүкһә, күләгәһенән дә ҡурҡыусылар карст бушлыҡтары фаразынан баш тартмай. Ҡайһы бер әсе теллеләр был ваҡиғаға көлкө аша ғына ҡарай. Йәнәһе лә, үткән аҙнала ер аҫтана инеп юғалған лада калина автомобиле өҫкә сығырға урын эҙләй. Юлын тапмайынса бындай ер ишелеүҙәр туҡтамаясаҡ, тип шаярта улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика