Баш ҡаланың Ғафури урамы һыу аҫтында ҡалды

Баш ҡаланың Ғафури урамы һыу аҫтында ҡалды 15.09.2015

Сафтан сыҡҡан торбаны тергеҙеү менән бөгөн «Өфөводоканал» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнде. Улар шулай уҡ авария участкаһында ятҡан барлыҡ иҫке торбаларҙы ла яңыртырға иҫәп тота. Был тәү сиратта бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында эшләнә.

Әйткәндәй, баш ҡала хакимиәтенән  иҫкәртеүҙәренсә, Өфө йылытыу миҙгеленә әҙер. Коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙе көйләүсе федераль законға ярашлы йортҡа йылылыҡ биш көн дауамында  һауаның уртаса температураһы +8 градустан күтәрелмәһә генә бирелә. Әммә ҡулланыусылар был температура сиген көтмәйенсә лә, йылылыҡты ҡабыҙыуға ғариза яҙа ала. Бының өсөн торлаҡ хужалары дөйөм йыйылышта ошоға ярашлы ҡарар ҡабул итеп, урындағы идара итеү компанияһына протокол ебәрергә тейеш. Ғариза нигеҙендә ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма йылылыҡты ебәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку