Баш ҡалала юғары сифатлы нәшә үҫтереүсе енәйәтсел төркөм ҡулға алынды

Баш ҡалала юғары сифатлы нәшә үҫтереүсе енәйәтсел төркөм ҡулға алынды 13.03.2015

Төнәтмә яһаусылар махсус лаборатория булдыра. Үҫемлектәрҙе билдәле  технология буйынса үҫтерә. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәренә эләкмәҫ өсөн «Енәйәт» кодексын да өйрәнә.

Был ирҙең кеҫәһендә бер нисә төргәк төнәтмә табылған. Ләкин ул полиция хеҙмәткәрҙәрен әйберҙәр уныҡы булмауына инандыра. Шәхси тентеүҙән һуң, тәртип һаҡсылары ҡулға алыныусының фатирын тикшерә. Йыуыныу бүлмәһендә бер пакет  төнәтмә табыла.
Киптерелгән үҫемлек бәҙрәфтә лә табыла. Ләкин фатир хужаһы төнәтмәләрҙең ҡайҙан килеп сығыуын йәшереүен дауам итә. Фатирҙа бер бүлмә йоҙаҡҡа бикләнгән, уны асҡандан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре ике теплицаға юлыға, уларҙа бер нисә рәт киндер үҫә. Артабан ир аҡлана алмай.
Был ябай киндер түгел. Ҡулға алыныусы үҫемлектең махсус сортын үҫтерә. Тәфтишселәр фаразлауынса, ир Өфөлә көслө тәьҫирле нәшә таратыусылар төркөмөнең бер ағзаһы. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалала уның  тағы ла бер әшнәһе ҡулға алынды.
Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, был ир  төркөмдөң ,,баш агрономы". Полиция хеҙмәткәрҙәре уның менән төп плантацияға бара. Ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡуртымға алынған фатирҙа ул ҡышҡы баҡса булдырған.
Теплица һауаны таҙартыу һәм дымлау өсөн махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Уның эсендә бер нисә үҫенте бар. Күрәһең, яңыраҡ ҡына  һуңғы уңыш йыйып алынған. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙән килонан ашыу сеймал тартып алды.  
Рим Әхмәҙиев, Башҡортостан буйынса  ЭЭМ-ның наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Тентеү барышында енәйәтселәрҙән килонан ашыу нәшә, марихуана табылды. Тилерткес матдәләр, үҫемлекте үҫтереү һәм киптереү өсөн ҡулланылған бар ҡоролмалар ҙа тартып алынды».
Шулай уҡ  төркөмдең башлығының да эҙенә әтөшәләр.  Теплицаларҙы кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү, финанс мәсьәләләрҙе тап ул хәл итә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының баш тәфтиш идаралығы тарафынан төркөмдөң өс ағзаһына ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.
ЭЭМ-ның матбуғат хеҙмәте ярҙамында Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку