Баш ҡалалағы юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө 21.03.2015

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төнгө икенселәр тирәһендә Октябрь проспектында теркәлде.  

Аварияла ике БМВ автомобиле бәрелешә. Алдан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы,  Черниковка биҫтәһе яғына китеп барыусы аҡ төҫтәге иномарка һулға боролғанда юғары тиҙлектә килеүсе ошо уҡ маркалы ҡара автомобиль менән төкөшә. Фажиғә һөҙөмтәһендә беренсе транспорт сараһына идара итеүсе 60 йәшлек ир һәм уның эргәһендә ултырған 24 йәшлек ҡыҙ шунда уҡ һәләк була. 20 йәшлек икенсе водитель еңелсә  йәрәхәтләнә.  Бер үк ваҡытта әлегә раҫланмаған мәғлүмәтәр буйынса, шаһиттар ҡара төҫтәге автомобиль хужаһы  юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған тип бара. Улар фекеренсә,  юғары тиҙлектә елдергән иномарка светорфорҙың ҡыҙыл утына үтергә маташҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика