Баш ҡалала йәшәүсе балыҡсы Өфө йылғаһы буйында граждандар һуғышы осоронан ҡалған снарядҡа юлыҡҡан

Баш ҡалала йәшәүсе балыҡсы Өфө йылғаһы буйында  граждандар һуғышы осоронан  ҡалған  снарядҡа юлыҡҡан 13.09.2016

Шартлатҡыс оҙаҡ йылдар ерҙә ятҡан. Ул минометтан атылған, әммә шартламаған. Хәрби припасты  Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы саперҙары  юҡ итте. Махсус хеҙмәт снарядтың  ярсыҡтарын тикшерҙе. Тышҡы корпусы тутыҡһа ла, уның эсендәге химик матдәһе шул килеш һаҡланған.  

Илшат Арыҫланов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының омон хеҙмәте өлкән инженер-саперы: «82 миллиметрлы минаны тикшереү һөҙөмтәһе  уның хәрби тәғәйенләнештә булыуын күрһәтте. Снаряд шартлап кеше  ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереү хәүефе менән янаған».
Полиция  ошондай шартлатҡысҡа юлыҡһағыҙ уға теймәҫкә, шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Оҙаҡ йылдар ерҙә ятһа ла, хәрби ҡоралдарҙа шартлатҡыс матдә - тротил шул килеш һаҡлана һәм хәрби  «ҡомартҡы»ға ҡағылыу ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика