Баш ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәре ике уҡыусы араһында сыҡҡан бәхәс сәбәптәрен асыҡлай

Баш ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәре ике уҡыусы араһында сыҡҡан бәхәс сәбәптәрен асыҡлай 25.09.2015

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөнөң Алексей Горький исемендәге 3-сө гимназияһында бәләкәй хулиганлыҡ осрағы теркәлде. Бәхәсләшеп киткән класташтарҙың береһе икенсеһенең арҡаһына бәке ҡаҙай. Ваҡиғаны күреүселәр әйтеүенсә, осраҡ тәнәфестә уҡыу кабинетында була. Зыян күреүсе баш ҡала дауаханаларының береһенә оҙатылған. Республиканың элиталы һаналған мәғариф учреждениеһында теркәлгән ваҡиғаны ишетеп-белгән ата-әсәләр шунда уҡ гимназияға юллана. Ләкин улар ишектән ары үтә алманы.

Юлия Вяткина, М. Горький исемендәге 3-сө ҡала гимназияһы директоры: «Класташын сәнсеүсе ғәйебен таныны. Әле ул был ҡылығы өсөн ныҡ борсола. Бәхетһеҙ эҙемтәләргә килтереүен ул уйламаған да. Аңлатыуы буйынса фонарь-бәке атаһынан ҡалған. Уны ул ҡомартҡы булараҡ үҙе менән йөрөткән».
Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм белгестәре эшләне. Әлеге ваҡытта тәртип һағындағылар класташтар араһында сыҡҡан бәхәс, бәлиғ булмаған баланың ни сәбәптән мәктәпкә бәке йөрөтөү сәбәптәре асыҡлана. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку