Баш ҡалала ер менән мутлашыусылар хөкөм ителде

Баш ҡалала ер менән мутлашыусылар хөкөм ителде 21.11.2017

Суд 50 йәшлек ирҙе алты йылға һәм уның 30 йәшлек әшнәһен өс йылға иркенән мәхрүм итте. Бынан тыш улар миллион ете йөҙ мең һум штраф түләргә тейештәр. Мутлашыусыларҙың өсөнсөһө өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.

Именлек хәҙмәте һәм тәфтиш комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылда 30 йәшлек ир «Пограничник» баҡсасылар ширҡәтенең ҡырҡтан ашыу  ағзаһы исеменән Нуғай ауылы янында ер биреүҙәрен һорап ғариза яҙған. Ләкин был кешеләр баҡсасылар ширҡәтендә теркәлмәгән булған. Мутлашыусылар ялған ышаныс ҡағыҙҙары менән ерҙе ҡуртымға алып башҡа кешеләргә һатҡан. Законһыҙ юл менән 29 миллион һум аҡса алғандар.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку