Баш ҡалала берәҙәк эттәр һөжүменән һәләк булған балаға бәйле тикшереү эше дауам итә

 Баш ҡалала берәҙәк эттәр һөжүменән һәләк булған балаға бәйле тикшереү эше дауам итә 15.10.2014

Мәктәп уҡыусыһы өс көн элек өйөнән сығып китә, һуңынан уның кәүҙәһенә ҡаланың ситендә йәшәүселәр юлыға.

Тәфтишселәргә ғәрипләнгән бала кәүҙәһенең шәхесен асыҡлау еңелдән бирелмәй. Ниндәйҙер сәбәптән 10 йәшлек малайҙың әсәһе баш балаһының юғалыуы хаҡында полицияға ла хәбәр итмәй.

Екатерина Герауфтың улы 12 октябрь көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә дуҫы менән уйнарға сыға. Әммә эңер төшкәс тә, иртәгәһенә лә ул өйөнә кире әйләнеп ҡайтмай. Малайҙың яҡындары өләсәһендә ҡуна ҡалғандыр, тип уйлай. Әммә баланың һәләк булыуы хаҡында 13 октябрь кис интернет аша билдәле була. Ул көндә малайҙың тыуған көнө була.

Әсә улының үлемендә эт өйөрөн ғәйепләмәй. Кемдер уның ғүмерен ҡыйған, тип бара. Быға асыҡ дәлилдәр ҙә бар, ти ул.

Алған йәрәхәттәргә ҡарап, ун йәшлек малайға берәҙәк эттәр һөжүм итеүен аныҡ билдәләп була, ти тәфтишселәр. Бер үк ваҡытта тикшереү органдары баланы үлтергәндәр тигән версияны ла кире ҡаҡмай.

Светлана Абрамова, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Әгәр ҙә баланың ғүмерен берәҙәк эттәр ҡыйған осраҡта, яуаплы вазифа биләүсе ҡала һәм район хакимиәте вәкилдәре хоҡуҡи яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ».

Бәхетһеҙ осраҡтан һуң, баш ҡалала берәҙәк эттәрҙең ниндәйҙер бер өлөшө юҡ ителде. Шулай ҙа хужаһыҙ хайуандар ҡалала 30 меңгә яҡын. Үкенескә, улар кәмемәй, үрсей. Сөнки аулау юҡ кимәлендә. Әйтәйек, быйылға тиклем Өфөлә был эш менән ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ бүлеге шөғөлләнһә лә, хайуандарҙы яҡлаусылар монополияға ҡаршы көрәш идаралығына ялыу яҙып, был эште лә туҡтатҡан.

Ангелина Шакирйәнова, Монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Ғәфү итегеҙ, 14 декабрҙән алып заказ биреүсе коммуналь хужалыҡ идаралағы заказды тағы ла бер тапҡыр урынлаштырырға хоҡуҡлы ине. Был ялыуҙы тикшереү процесына ярашлы эшләнә, йә иһә беҙҙең сығарған ҡарар менән килешмәгән осраҡта, быны улар суд аша хәл итә ала ине».

Аяныслы хәл һәр кемде тетрәтте. Берәҙәк эттәр тиҙ арала юҡ ителмәһә, ҡорбандар һанының артыуы ихтимал, тип борсола халыҡ. Ә инде малайҙың кәүҙәһе экспертиза тикшереүе тамамланғас ҡына ер ҡуйынына тапшырыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика