Баш ҡала аҙыҡ-түлек магазиндарының береһендә уникаль акция 03.09.2015

Селәүсенле балыҡты арзан хаҡҡа һатып алырға мөмкин! Был хаҡта беҙҙең редакцияға  Өфөлә йәшәүсе ҡатын хәбәр итте. Ханым отам тип, минтай балығына ҡыҙыға. Һуңынан иһә саҡ дауаханаға эләкмәй.  

Татьяна Алферова эштән һуң тиҙ генә киске аш әҙерләйем тип, йорт эргәһендәге магазиндан яңы ғына туңдырылған дүрт минтай балығы алып ҡайта. Таҙарта башлаһа, аптырауҙа ҡала. Уларҙың береһенең эске яғында ҡыҙғылт төҫтәге селәүсендәр булған. Быға тиклем дә ҡатын ошо продукциянан зыян күргән. Бешерелгән ризыҡта тамырға оҡшаған ҡыҙыл таяҡсаларҙың нимә булыуын да саҡ аңлай ул. «Балыҡты ашағандан һуң, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым, сирләнем»,- ти ул. Ләкин тәүге осраҡта был продукция ошо уҡ магазин селтәренең икенсеһендә һатып алына. Дауаханаға мөрәжәғәт итмәү, етмәһә ҡулда чек, иҫбатлаусы ҡағыҙҙарҙың булмауы - бар эште боҙа. Хәҙер бәләнең башы билдәле тигән фекерҙә ханым.
Татьяна Алферова, зыян күреүсе: «Башҡа кешеләр ҙә был ҡармаҡҡа эләгеп, ағыуланып ҡуймаһын тим. Тәүгеһендә барыһы ла «тиҙ ярҙам»һыҙ үтте, ләкин үҙемде бик ауыр тойғайным. Дауаханаға ҡурҡып мөрәжәғәт итмәнем. Хәҙер иһә үҙ хоҡуҡтарым өсөн көрәшергә кәрәк. Ҡулымда – «алтын балыҡ» та бар. Магазин етәкселегенә селәүсендәрҙе күрһәткәс, улар миңә аҡсаны кире ҡайтарабыҙ тинеләр. Мин ризалашманым».
Беҙ зыян күреүсе ҡатын менән йорт эргәһендә урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазины хеҙмәткәрҙәренә «тәмле» продукцияны тағы ла бер күрһәтергә йүнәлдек. Көткәндәр, шикелле. Бер ниндәй ғауғаһыҙ йылмайып ҡабул иттеләр. Татьяна Алферованы бында иҫләйҙәр, хәҙер бар мөһим документтар ҙа әҙер.
Лариса Новожилова, магазин директоры: «Ҡатын тәүге тапҡыр килгәндә, уға тауар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеген аңлаттым. Ул был ярҙамдан баш тартты. Етмәһә, мораль зыян өсөн 10 мең һум аҡса һораны. Был бит талау! Минең шаһиттарым бар. Судҡа барһын».
Етәкселек яңы ғына туңдырылған балыҡты һыуытҡыстан сығарып күрһәтә. «Тауарҙың сифатында шикләнергә кәрәкмәй. Уны һатыуға сығарырға рөхсәт бар»-, ти ул. Продукция кибеткә килгәнсе мөһим тикшереүҙәр үткән. Был хаҡта ҡағыҙҙарҙа аҡлы-ҡаралы яҙылған. Тик шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: баштан уҡ магазин директоры «балыҡ эсендәге селәүсендәрҙе күреп» ҡаршылашманы, ғәйебен таныны.
Лариса Новожилова, магазин директоры: «Был тауарҙы хәҙер һатыуҙан алабыҙ инде. Ләкин тағы ла бер ҡабатлайым - ҡулда барлыҡ документтар ҙа бар».
Магазин етәкселеге вәғәҙәһен үтәрме-юҡмы?! Ҙур һорау.Әлегә бында 20 килограмдан ашыу минтай балығы ҡалған. Шулай ҙа Татьяна Алферова еңел генә бирешергә уйламай. Ул ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә ғариза яҙған да  инде.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика