Баланы тейешенсә ҡарамаған өсөн өләсәһен тикшерәсәктәр 22.03.2017

Өфөлә өс йәшлек сабый бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп иҫән ҡалды. Әле ул табиптар ҡарауы аҫтында. Белгестәр әйтеүенсә, бәхетле осраҡ арҡаһында ғына бала ауыр йәрәхәттәр алмаған. Уның ни бары эсе ауыртҡан.

Асыҡланыуынса, сабый өләсәһе ҡарамағында була. Иғтибарһыҙ ҡалған мәлдә ул фатирҙы елләтеү өсөн асылған тәҙрәнән ҡолап төшә. Өләсәһе баланың тәҙрә төбөнә менгәнен абайламай ҡала.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш  комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Өләсәһе фатирҙы тәртипкә килтереп алырға була. Тәҙрәләрҙе асып күрше бүлмәгә иҙән һеперергә сыҡҡан мәлдә өс йәшлек сабый тәҙрә төбөнә менә лә инде. Тәфтиш эше дауам итә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ата-әсәләргә ҡарата баһа биреләсәк».
Әле сабый дауаханала. Тәфтишселәр өлкәндәрҙең ғәйебе бармы, юҡмы икәнлеген асыҡлай. Ата-әсә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашыуҙан ҡаса. Күршеләре ғаиләне  тик  яҡшы яҡтан ғына телгә ала һәм был ваҡиғаны тик бәхетһеҙ осраҡ тип баһалай.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика