Бала-саға шаярыуы реанимация менән тамамланған 23.06.2017

Гараж ҡыйығына менгән 7 йәшлек малайҙы 400 вольтлыҡ электр уты һуҡҡан. Ҡулының бармаҡтарын бешергән бала шаңҡыу хәлендә дауаханаға оҙатылған. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы үҙәгендә теркәлгән. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул көндө яңғыҙы уйнап йөрөгән алты-ете йәштәрҙәге ике малай гараж башына менә. Шул ваҡытта өлкәнерәге ҡулы менән көсөргәнеш аҫтындағы сымға барып тотона.    
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был июндә теркәлгән тәүге осраҡ түгел.  Яңауылда эскән килеш тауар поезы башына менгән ҡыҙ 27 мең вольтлы электр утынан һуғыла. Тәненең яртыһы бешкән үҫмер ауыр хәлдә реанимацияға һалынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика