Баҫыуҙа йәшерелгән йөҙ үлем дозаһы тартып алына

Баҫыуҙа йәшерелгән йөҙ үлем дозаһы тартып алына 20.09.2017

Башҡортостан эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса  идаралығы хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡосағында 150 граммдан ашыу синтетик матдә таба. Асыҡланыуынса, Өфөнән 30 йәшлек ир төргәктәге кристалдарҙы шыршы төбөнә күмеп киткән була. Хоҡуҡ һағындағыларҙың уяулығы һәм оператив эшмәкәрлеге наркотик таратыусыны рөхсәт ителмәгән тауарһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалдыра. Ҡулға алыныусы үҙе лә тыйылған матдәләр менән ҡулланған.  

Әлегә полиция хеҙмәткәрҙәре был табыштың теүәл ауырлығын һәм химик составын асыҡлар өсөн экспертизаға ебәргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Шулай уҡ  Башҡортостан эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса  идаралығы хеҙмәткәрҙәре төргәктәрҙең хужаһын һәм синтетиканы таратыуҙа ҡатнашыусыларҙы асыҡлау өҫтөндә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку