Баҡалы районында янғында һәләк булған балалар ике йыл самаһы приютта тәрбиәләнгән 20.04.2016

2013 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡаны һәм кескәйҙәре артынан тейешле ҡарау ойоштормағаны өсөн йәш ҡатындан малай-ҡыҙҙарын тартып алалар. Әммә ике йылдан һуң балалар кире тыуған йортона ҡайтарыла. Рәсәйҙең Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов тотош ғаиләнең янғында һәләк булыуын ишеткәс, төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовҡа яңы тәҡдим менән сыҡты. «Бәлиғ булмаған балалар йәшәгән ағас йорттарҙа янғын сигнализацияһын үткәрергә кәрәк»,- тине ул.

Бер төн эсендә ҡыҙын, ейән-ейәнсәрҙәрен юғалтҡан Галина Семиподова үҙен көс хәл менән  тынысландырырға тырыша. Ҡатын яҡын кешеләренә яңыраҡ ҡына ҡунаҡҡа барып килгән була. Ҡәҙерләренең янғында һәләк булыуына һаман да ышанып етмәй. Фотоһүрәттәрен ҡулынан ысҡындырмай...
Киләй ауылында йәшәүсе Валентина Букова тәүгеләрҙән булып күршеләренең йортонда ут сығыуын күреп ҡала. «Төнгө  янғын төш кенә булып ҡуйманы»,- тип һыҡтай ул.  Янғын һүндереүселәр  ғәҙәттән тыш хәл урынына килеп еткәнсе, ағас өйҙөң соланы тулыһынса янып, «ҡыҙыл әтәс» зал һәм бүлмәләрҙә ҡотора башлай, аҙбарҙарға ла ут тоҡана.
Янғын тулыһынса һүндерелгәс, йорттан биш кешенең кәүҙәһе сығарыла. Улар йоҡо урындарында ятҡан була. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы  ғаилә  һөрөм газы менән ағыуланған. Ауыл халҡы мәрхүмдәрҙе тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Кәртә тултырып мал тотмаһалар ҙа, ҡош-ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнгәндәр. Ҡатын фермала һауынсы булып эшләгән. Әйткәндәй, ул икенсегә  тормошҡа сыҡҡан була. Өс балаһы бер ни тиклем ваҡыт приютта тәрбиәләнеүе лә билдәле.
Бынан тыш, ҡатындың ике оло ҡыҙы ла тороп ҡалған. Район хакимиәте етәкселеге уларға яҡындарын ерләгәндә һәм башҡа мәсьәләләрҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.  
Әлегә белгестәр янғын сәбәптәрен асыҡлай. Фараздар буйынса, ут электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышынан тоҡана. Бынан тыш, йорт хужаһының соланда тәмәке тартырға яратыуы ла билдәле. Сылбырға бәйләнгән муйнаҡ иһә фажиғәне һиҙгәндәй, төнө буйы олоп сыҡҡан. Хәҙер ул да япа-яңғыҙ ҡалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика