Бүздәк районында бешмә вирусының таралыуын кисектереү маҡсатында 146 баш һыйыр малы юҡ ителде

Бүздәк районында бешмә вирусының таралыуын кисектереү маҡсатында 146 баш һыйыр малы юҡ ителде 16.10.2017

Билдәле булыуынса, Кәпәй-Ҡобау ауылының "Киҙәш" фермаһы малдарынан алдан ҡан анализдары алынған була, һөҙөмтәлә  алты үгеҙҙә вирус табыла. Әлегә хужалыҡ биләмәһендә өс аҙнаға карантин иғлан ителгән, урындағы халыҡ иһә малдарын бикле тота.

Бүздәк районының "Киҙәш" фермаһына, йәғни хәүеф зонаһына пропуск буйынса ғына үткәрәләр. Контроль-тикшереү посты тәүлек әйләнәһенә эшләй, автомобиль тәгәрмәстәре лә бында мотлаҡ рәүештә махсус  шыйыҡса менән эшкәртелә. Мал аҙығы, бесән-һаламы өйөлөп ятҡан хужалыҡта  малдар ғына күренмәй, ҡуралар ҙа бушап ҡалған. Урында 146 баш һыйыр малын юҡ ителеү - бешмә вирусын таратмаҫ өсөн берҙән-бер ҡотҡарыу сараһына әйләнә. Туймазы районында йоғошло мал сире табылғандан һуң, уға сиктәш  төбәктәрҙә, шул иҫәптән Бүздәктә лә  малдарға вакцинация эшләнгән була.

Алты үгеҙҙә ҡан анализдары насар сир йоҡтороуҙы иҫбатлағандан һуң, фермалағы барлыҡ малдарҙы ла юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Ни тиһәң дә, бешмә - тиҙ йоғошло ауырыу һанала. Кәпәй-Ҡобау ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙа иһә был мал сире табылмаған, шуға карантин да нәҡ ферма биләмәһендә генә иғлан ителгән.

Ауыл халҡының мал-тыуарына хәүеф янамай. Бында тағы ла бер тапҡыр вакцинация ойоштороу ҡаралған. Шулай ҙа  малдарҙы иреккә ебәреү тыйылған, барыһы ла аҙбар-ҡурала бикле тотола. Ауылдашары кеүек үк, Зөлфиә Усманова ла хәүефһеҙлек сараларына етди ҡарай.

Әлегә Бүздәк районы биләмәһендә бешмә вирусының ҡайҙан барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ. Йоғошло ауырыу малдарға Туймазы районы сигендә көтөү көткәндә эләккән булыуы ихтимал. Төбәктең Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт ауылдары, Ҡандралағы ферма биләмәһендә лә карантин дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку