Бөтмәҫ мәсьәлә

Бөтмәҫ мәсьәлә 14.07.2014

Күҙ асып йомған арала янып көлгә әйләнгән «Европа» сауҙа үҙәге  оҙаҡҡа һуҙылған  мәшәҡәттәргә юл асты. Уттан зыян күреүселәр һаман да бәләнән арына алмай. Ике кешенең ғүмерен өҙгән  янғында ғәйепләнеүселәр үҙ язаһын алды, енәйәт эштәренә нөктә ҡуйылды. Хәйер, язаһын алды тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел.  Ғәйепләнеүселәрҙең икеһенә бергә ете йыл иректән мәхрүм ителеү хөкөмө сығарылғайны. Октябрь районы судының  эшҡыуарҙар Александр Герсон менән Эйнур Бейбутовҡа ҡарата сығарған ҡарарын Юғары суд ғәмәлгә яраҡһыҙ тип тапты. Тап ошо ҡарар арҡаһында инде хәл ителгән проблемалар яңынан ҡалҡып сыҡты. Сауҙа үҙәген ҡуртымға алыусылар күрелгән зыян өсөн компесация ала алмай. Ғәйеплеләр бит юҡ.

Италиянан килтерелгән был кейем-һалымға кеше тәнендә туҙырға яҙмаған. Өс йыл элек кенә баш ҡаланың ҡиммәтле бутиктарында эленеп торған әйберҙәр, хәҙер гаражда сереп ята. Уларҙы һатырлыҡ түгел. Асия  ханым «Европа» сауҙа үҙәгендәге янғында тауарын ғына түгел, тотош бизнесын юғалта. Фажиғәнән алда ғына ул булған аҡсаһына ҡиммәтле кейем-һалым алып килгән була.  
Асия Деревянных, зыян күреүсе эшҡыуар: «Эш яйға һалына башлағас ҙур ғына күләмдә кредит та алғайным. Ҙур партия тауар ҙа алып ҡайттым. Бөтөн мөлкәтем бер көндә генә янып юҡҡа сыҡты. Хәҙер банк минән проценттар талап итә.  Компенсация алмайынса  унда ла түләргә хәлдән килмәй».
Янғында йәмғеһе илле арендаторҙың мөлкәте зыян күрә. Ҡуртымға биреүселәр тәүҙәрәк барыһы менән дә иҫәпләшергә һүҙ бирһә, һуңғараҡ хәл киҫкенләшә башлай. Кемгәлер өлөшләтә компенсация, ә  бәғзеләргә тауарын химик таҙартыу тәҡдим итәләр. Тик шуныһы бар, уртаса хәлле кешенең айлыҡ килеменә торошло кейем-һалымды таҙартыу бөтөнләй мөмкин булмай сыға. Зыян күреүселәрҙең бер нисәһе янғында ғәйепләнеүселәрҙе судҡа бирә. Мәхкәмә ултырышы уларҙың дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә.
Алексей Стариков, зыян күреүсе: «Суд беҙҙең файҙаға ҡарар сығарҙы. Тик бына ғәйеплеләр юҡ. Эшкә һалған аҡсабыҙҙы кемдән һорарға ла белмәйбеҙ. Мин хәҙер бөтөнләй мөлкәтһеҙ ҡалдым. Фатирымды, машинамды ла һатырға тура килде».
Суд ҡарарына ярашлы, һатыу урынын ҡуртымға биреүселәр  кемгәлер ике миллион һум, ҡайһы берәүҙәргә тауар хаҡына ҡарап дүрт миллион һум түләргә тейеш була. Ләкин, улар зыян күреүселәр менән иҫәпләшергә ашыҡмай. Сауҙа үҙәге төҙөкләндерелгәс түләүһеҙ генә һатыу урыны ла вәғәҙә итәләр. Ләкин был һүҙҙәр ҙә тынысландырыу өсөн генә әйтелгән, күрәһең.
Бер ай элек кенә хәл тағы ла киҫкенләшә төштө. Октябрь районы судының ике ғәйепләнеүсегә бергә ете йылға иректән мәхрүм итеү тураһындағы ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы. Ғәйеплеләр юҡ икән, аҡсаны ҡайтарыусы ла билдәһеҙ. Йүнселдәргә бер генә юл - сауҙа үҙәгенең милекселәренә өмөтләнергә ҡала.
Валерий Шәрипов, адвокат: «Зыян күреүселәргә был хәл ҡулай ғына. Быға тиклем улар бөлгөнлөккә төшкән эшҡыуарҙарҙан аҡса талап итһә, хәҙер йөҙ миллионға яҡын страховкаһын алған аҡсалы милексе менән эш итә. Законға ярашлы ғәйеплеләр табылмаһа, тап комплекс хужаһы күрелгән зыянды компенсацияларға бурыслы».
Тимәк янғында мөлкәтен юғалтыусыларҙы тағы ла яңы мөнәсәбәт көйләү һәм суд ултырыштары көтә. Иң мөһиме тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк, ти авдвокаттар. Юғиһә милексенең дә мөғжизәле рәүештә юҡҡа сығыуы ихтимал. Хәйер, был инде бөтөнләй икенсе ваҡиға тарихы  буласаҡ.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку