Бөрө районында «Тойота ланд крузер» менән «Лада» юл бүлешә алмаған

Бөрө районында «Тойота ланд крузер» менән «Лада» юл бүлешә алмаған 03.04.2017

Джип ҡаршы һыҙатҡа сығып «ВАЗ» автомобиле менән бәрелешә. «Лада»ға идара итеүсе 45 йәшлек ханымдың ғүмере өҙөлә, уның 37 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла.

М-5 федераль трассаһының 1349 километрында ике йөк автомобиле һәләкәткә тарый. Фураларҙың береһе тимер конструкциялар, икенсеһе почта тейәгән  була. Тайғаҡ юлда йөк автомобилдәренең тәүгеһе икенсеһен уҙырға теләй. Әммә идара итеү һәләте юғалтып, почта тейәгән автомобиль юл ситенә сығып оса. Водителгә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы киләһе тәүлектәрҙә республика биләмәһендә тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡланыуы тураһында хәбәр итә. Ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелеүе, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы оҙон юлға сыҡмаҫҡа, ҡағиҙәләрҙе һәм тиҙлек режимын теүәл үтәргә кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку