Бөрөлә уҙған аҙнала газдан ағыуланып биш кеше һәләк булғандан һуң әлеге йортта йәшәүселәр тыныс йоҡлай алмай 19.01.2016

Улар  фажиғәлә вентиляция системаһының йүнләп эшләмәүенә зарлана. Ысынлап та, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүҙә һауа елләтеүсе торбаларҙың тартмауы ғәйеплеме?  

Бер юлы биш мәйет сыҡҡандан һуң Чеверев урамындағы 44-се йортта тыныслыҡ юғалған. Халыҡ капиталь йортто  төҙөүселәрҙән вентиляция системаһын йүнәтеүҙе һорап йыйылыш үкәрҙе. Улар әйтеүенсә, елләтеү ҡоролмаһы фатир эсендәге һауаны тышҡа түгел, киреһенсә эскә өрә.
Оксана Семенова, Чеверев урамындағы 44-се йортта йәшәүсе: «Мин йыш ҡына  елләтеү торбаһы эсенән ошондай кирбес киҫәктәре сығарып ырғытам. Беҙ тейешле урындарға хаттар яҙҙыҡ. Килеп ҡаранылар ҙа, киттеләр».
Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, газ менән ағыуланыу осрағы бында тәүгә түгел. Былтыр 1 ғинуарҙа  бер ғаилә газдан тонсоға яҙған. Уларҙы табиптар ҡотҡарып ҡалды, ти фатир хужалары.
Евгений Петов, Чеверев урамындағы 44-се йортта йәшәүсе: «Беҙ урындағы хакимиәткә лә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Файҙаһыҙ. Йәйгеһен  форточкалар асыҡ торғанда вентиляция эшләй. Ҡыш көнө улар ябыҡ саҡта эшләмәй».
Ысынлап та,  фатирҙарҙы елләтеү ҡоролмаһы төҙөк түгелме? Беҙ Бөрөләге күп фатирлы йорттарҙы төҙөүсе ойошмаға шылтыраттыҡ.
Георгий Гавришев, Бөрө ҡалаһының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе:
«Вентиляция  төҙөк. Быны комиссия тикшереүе лә иҫбатланы. Тәҙрәләр һәм форточкалар ябыҡ саҡта ул, әлбиттә, эшләмәй инде. Фажиғә булған фатирҙа лоджияның да тәҙрәләре  ябыҡ булған. Ә был  техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу».
Биш кешенең үлем сәбәбен  тәфтишселәр тикшерә. Газ ҡоролмаһының һәм вентиляцияның  төҙөк булмауымы, кеше факторымы - әлегә төрлө фараздар ҙа ҡарала. Беҙ ваҡиғаны күҙәтеп барасаҡбыҙ. Һәләк булған ике ҡатынды, өс балыны  кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Газ менән эш иткәндә һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәклекте онотмаҫҡа, еҫ һиҙелһә телефондан 112 йәки 040 һандарын йыйырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика