Бөрө ҡалаһында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 14 ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалған

Бөрө ҡалаһында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 14 ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалған 12.02.2018

Әле уларға 20 мең һумға тиклем аҡсалата компенсация түләү ҡарала. Янғын эҙемтәләре бөтөрөлгән. Ваҡиға урынында оператив тикшереү эштәре бара.

Бер тәүлек элек кенә йәшәүгә яраҡлы булған ике ҡатлы ағас йорт бөгөн ошондай хәлдә. Ғүмер буйы йыйған мөлкәттәрен юғаотҡан Фатир хужалары Һерәйешеп ҡалған бүрәнәләргә ҡарап йортһоҙ ҡалыуҙарына һаман да ышана алмай.
Неля Камаева, зыян күреүсе: «Эшемә лә алыҫ түгел тип, байтаҡ йылдар йыйған аҡсама октябрь айында ғына ошо йорттан фатир һатып алдым. Уңайлы ине. Янғын  ваҡытында өйҙә түгел инем, төндә күршем шылтыратты. Әле һаман да аңлап етмәйем».
Ғәҙәттән тыш хәл сыҡҡан төндә ошо уҡ йортта йәшәүсе оло йәштәе ханым вафат була. Әлегә ул янғын эҙемтәләренәнме, әллә һөрөмдән ағыуланып үлгәнме? Билдәһеҙ.
Алексей Мальцев, Бөрө ҡалаһында йәшәүсе: «Янғын сығыуға сәғәт ярым тирәһе ҡалғас, инәйемдең үлеме тураһында ишеттем. Ул яңғыҙ йәшәй ине. Полиция, ғәҙәттән тыш хәл министрлығы хеҙмәткәрҙәре килде. Шул ваҡытта обойҙар шытырлаған кеүек  тауыш аңғарҙым.  Күрше фатирға инеп ҡарарға уйламаныҡ та».
Йәш ғаилә Ирина менән Андрей Исиляевтар фатирҙы әсәлек капитлына һатып алған. Бөгөн ике бәләкәй балаларын туғандарына ҡалдырып, үҙҙәре ваҡытлыса йәшәп тороу урыныа килгән.
Андрей Исиляев, зыян күреүсе ғаилә: «Был бары ваҡытлыса йәшәп тороу урыны ғына.. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Иң мөһиме үҙебеҙ, балалар иҫән-һау.
Әлегә ҡунаҡханала ике ғаилә урынлашҡан. Ә Ҡалғандар туғандарына барып һыйынырға мәжбүр булған.
Илдар Фәсхетдинов, Бөрө районы хакимиәте башлығының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия урынбаҫары: «Осраҡ буйынса рәсми экспертизалар юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғындың сәбәбе мейесте артыҡ ҡыҙҙырыуға бәйле. Зыян күреүсе ғаиләләргә егерме мең һум самаһы аҡсалата ярҙам күрһәтеү ҡарала. Шулай уҡ матди ярҙам кеше башына ҡарап иҫәпләнә»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку