Бәлиғ булмаған балаларға ҡарата көс ҡулланыусы ир һаҡ аҫтына  алынған 02.08.2016

Үткән йома кисендә булған аяныслы хәл-ваҡиға  Өфө районының «Лабиринт» баҡсасылар йәмғиәтендә теркәлә. Мәктәпкәсә йәштәге ике ҡыҙ балаға ҡарата көс  ҡулланыусы ир бер-нисә тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан. Күрше ҡыҙы менән бергә уйнаған ейәнсәрҙәрен эҙләп  өйөнә килеүсе олатайҙарына  баҡса ҡарауылсыһы бысаҡ менән киҙәнеп тәнен  йәрәхәтләй. Бәләгә тарыусы ҡыҙҙар һәм уларҙың олатаһы дауаханаға оҙатыла. Бер-нисә тапҡыр ауыр енәйәттәр ҡылған ирҙе суд хөкөмө көтә.  

Киске сәғәттәрҙә  телефон аша борсоулы сигнал алыу менән был участок өсөн яуаплы Анатолий Капитонов «Лабиринт» баҡсасылар ширкәтенә тәүгеләрҙән булып килә. Ҡазаға тарыусыларҙы дауаханаға оҙатыу менән енәйәтсене эҙәрлекләргә тотона. Киске патруль барышында ирҙе ҡулға ала.
Анатолий Капитонов, участка инспекторы: «Ҡыуаҡлыҡтарға йәшеренеберәк атлаусы ирҙе киске эңер мәлендә күрше 14 -cе урамда күреп ҡалдым. Минең һорауҙарға ул тыныс ҡына мин ҡарауылсы, баҡсаларҙы тикшерәм тип яуапланы. Йортоңда нимәләр ҡылдың, тигән һорауға ла миндә бер нәмә лә булманы, тип яуапланы. Мәсьәләгә асыҡлыу индереү өсөн мин уны ҡулға алдым һәм участокка үтеү кәрәклеге хаҡында әйттем».
Йорт стеналарына бәхетле баласаҡ плакатын йәбештереүсе -57 йәшлек ир  бында быйылғы яҙҙан ҡарауылсы булып  эшләгән. Илаған һәм яртылаш сисендерелгән ҡыҙҙарҙы ҡотҡарырға ынтылған олатайҙары  күкрәгенә бысаҡ менән киҙәнә.
«Лабиринт» ширкәтендә  башлыса урта йәштәрҙе үткән халыҡ оҙон йәй буйына баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Күп йәштәр тынсыу ҡаланан  ата-әсәләренә бала-сағаларын да килтерә. Баҡса ҡарауылсыһы йортона балаларҙы  көсөктәр ылыҡтыра. Улар күрше урамдарҙан көсөктәргә ашарға килтерә. Әммә биш  һәм алты йәшлек ҡыҙҙҙар менән бәхетһеҙ осраҡ булыр, тип бер кем дә башына индермәй.
Башҡа баҡсасылар билдәләүенсә, криминаль үткәне ҡараңғы булған ҡарауылсының  күрше йорттарҙың береһендә йәшәүсе ҡатынға ҡарата ла көс ҡулланыу ниәте тормошҡа ашмаған.
Йөҙ кеше - йөҙ фекер тигәндән, берәүҙәр ҡарауылсыны ипле, яҡшы мөғәләмәле тип нарыҡлай. Уның криминаль үткәне хаҡында хәбәрҙар булғандар - шомлана. Бер-нисә тапҡыр иркенән мәхрүм ителеүсе кешеләр именлеген һаҡларға тейеш түгел, эш биреүселәр ҙә ошоно иҫтән сығармаҫҡа тейеш, тип билдәләй. Ҡыҙғанысҡа, йорт хайуандары һәм башҡа юлдар менән  бала-сағаны ылыҡтырыусылар бәхетһеҙ статистиканы арттыра. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар ҙа ата-әсәләрҙе үҙ балаларын күҙ ҡараһылай һаҡларға һәм уяу булырға өндәй..
Наталья Cәлихова, Рәсәй эске эштәр министрлығы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса  бүлегенең өлкән инспекторы: «Дүрт иҫкәрмә: беренсеһе таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа һәм лифтҡа инмәҫкә. Машинаға ултырырға йәки йорт хайуандары менән уйнарға, уларға ярҙам итергә кәрәк тигән үтенестәрҙе иҫәпкә алмаҫҡа.  Кистәрен ҡараңғы ваҡытта урам ҡыҙырмаҫҡа».
Бәлиғ булмаған балаларға ҡарата көс ҡулланыусы иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.Тиҙҙән ул суд ҡарары менән хөкөм язаһына тарттырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика