Бәләбәй - Приют юлының 26-сы километрында ВАЗ менән УАЗ автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған

Бәләбәй - Приют юлының 26-сы километрында ВАЗ менән УАЗ автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған 08.06.2015

Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Жигули» водителе алда барған машинаны уҙырға теләп ҡаршы юлға сыға һәм «Уаз» менән бәрелешә. 7-се модель водителе, уның 37 һәм 15 йәшлек пассажирҙары ваҡиға урынында һәләк була. «Жигули» шоферының водитель таныҡлығы булмауы билдәле. УАЗ водителе дауаханаға оҙатылған.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, үткән ял көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән Тәтешле районында мотоциклдар ҡатнашлығында юл- транспорт фажиғәләре теркәлгән. Ике осраҡта ла мототранспорт водителдәре идара итеү һәләтен юғалтып юл ситендәге бағаналарға бәрелә. Руль артындағыларҙың икеһенең дә тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе ғүмере өҙөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку