Бәләбәйҙә бысаҡ менән һатыусыға һөжүм итеп магазинды талаусы ир ҡулға алынды

Бәләбәйҙә бысаҡ менән һатыусыға һөжүм итеп магазинды талаусы ир ҡулға алынды 31.07.2014

Ҡатын йәрәхәтләнеүгә ҡарамаҫтан, күршеләге магазинға барып полиция саҡыра. Зыян күреүсе  дауаханаға оҙатыла. Ул уртаса тән йәрәхәттәре алған. Бысаҡ, уның йөрәгенән ике миллиметр ситкә үтеп, үпкәһен зарарлай. Әле уның ғүмеренә хәүеф янамай.  

Магазиндағы ваҡиға видеокүҙәтеү камераһында теркәлә. Енәйәтсене эҙләүгә юл хәрәкәте хәйефһеҙлеге, патруль-пост һәм ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Оператив саралар һөҙөмтәһендә, бур магазин эргәһендәге дөйөм ятаҡта ҡулға алына. 38 йәшлек ирҙең быға тиклем дә хөкөм ителгәнлеге асыҡлана. Максим Радионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге етәксеһе: «Магазинға һөжүм итеү тураһындағы хәбәр алыныу менән Бәләбәй полицияһы тревога буйынса аяҡҡа баҫтырыла. Видеояҙма нигеҙендә енәйәтсенең фотоһүрәте эшләнә. Тап шул һүрәт ярҙамында уның кемлеге һәм ҡайҙа йәшәгәнлеге асыҡлана ла инде. Бурға 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы янай».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку