Бәләбәй-Баҡалы юлында теркәлгән аварияла ике кешененең ғүмере өҙөлдө 29.06.2017

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә Шаран районынан 12-се модель ВАЗ автомобиле сәбәпсе булған. Уның 28 йәшлек водителе алдан барыусы йөк транспортын уҙырға маташа. Әммә ул ҡаршыға килеүсе «Ситроен»ға иғтибар бүлеп еткермәй. Иномарка хужаһы аварияны иҫкәтеү өсөн шунда уҡ рулен һулға бора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙе лә аңғармаҫтан КАМАЗ аҫтында ҡала. Ҡот осҡос фажиғәлә сит ил автомобиленә идара итеүсе Туймазынан 44 йәшлек ҡатын һәм уның 48 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында йән бирә.  

Тағы ла бер үлемесле авария бөгөн иртән Дыуан районында теркәлде. Юл фажиғәһендә 15 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө. Скутерға идара итеүсе уҡыусы һулға боролған ваҡытта артан килеүсе КАМАЗ аҫтында ҡала. Урындағы гимназияла белем алыусы малай шунда уҡ мәрхүмт була. Йөк транспорты юлдан ауа, уның водителенә медицина ярҙамы талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика