Бәлә аяҡ аҫтында

Бәлә  аяҡ аҫтында 12.05.2015

Халыҡ мәҡәленең тапҡырлығын Өфөнөң Орджоникидзе районында 1951 йылда төҙөлгән йортта  йәшәүселәр үҙ иңдәрендә тойҙо. 6-нан 7-се майға ҡараған төндә сыҡҡан көслө ут бер ҡатлы йортто тиҙ арала ялмап ала. Осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

Ҡорманғоловтар 15 йыл элек ошо йортта Полина  Булыгинаға ҡуртымға  фатирға инә. Йылдар үткән һайын оло йәштәге тыл ветеранының һаулығы ҡаҡшай. Йәш ғаилә уны тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Балалар үҫтереп, татыу ғына йәшәп ятҡанда бәлә килә.
Бөгөн уларҙың йортонда  мөрйәләр генә һерәйеп тора. Янғын Ҡорманғоловтарҙың ихата алдындағы  оҫтахана ролен үтәгән бәләкәй һарайҙан сыға.
Бында йәшәүсе халыҡ янғын һүндереүсе машиналарҙа һыуҙың етерлек булмауына зарланды.
Ҡибланан иҫкән ел тиҙ арала ялҡынды кешеләр йәшәгән фатирҙарға күсерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай бәхетһеҙлек  беренсегә түгел. Тәүге янғынға электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған.
Был йорт карталарҙа күрһәтелмәй. Тимер юлына бик яҡын төҙөлгән торлаҡты һүтеү хаҡында ҡала хакимиәтенең махсус ҡарары булған. Әммә ул бойомға ашырылмай, ҡағыҙҙа ғына ҡалған.  Был документтарын Резеда Нафиҡова уттан көскә алып ҡалған. Ҡаза күреүселәрҙең йорт  йыһаздары,  кейемдәре эштән сыҡҡан.
6-нан 7-cе майға ҡараған төн сәғәт  икелә Орджоникидзе районының 6-сы километр урамында янғын сыға. Янғын  һөҙөмтәһендә 5 ғаилә 10 бәлиғ булмаған  бала һәм 1 тыл ветераны торлаҡһыҙ тороп ҡала.
Ҡазаға тарыусылар Орджоникидзе районының граждандарҙы яҡлау бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Уларҙың ауыр хәлен аңлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.
Закир Ғиләжев, Өфөнөң Орджоникидзе районы граждандарҙы яҡлау бүлеге етәксеһе: «Беҙҙең маҡсат - урамда торлаҡһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итеү. Уларҙың йәшәү шарттарын уңайлы итеү. Балалар, өлкән йәштәгеләр һәм янғында ҡаза күреүсе һәр кем тиҙ арала ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырыласаҡ».
Өфө ҡала округы хакимиәтенең граждандарҙы һаҡлау идаралығы «Ғәҙәттән тыш  фонд филиалы» янғында зыян күреүселәргә ваҡытлыса торлаҡ тәҡдим итә. Миһырбанлы, мәрхәмәтле кешеләр экрандағы иҫәпкә аҡса күсерә ала:
4081780706003645722 КУРМАНГУЛОВА АЛЬФИДЯ МАГАТЗЯНОВНА
40817810406003645721 ХАРИСОВ РУСЛАН РИНАТОВИЧ  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика