Бәхетһеҙ осраҡмы, әллә көтөлгән һөҙөмтәме?

Бәхетһеҙ осраҡмы, әллә көтөлгән һөҙөмтәме? 09.11.2015

Иглин районының Таутөмән ауылында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә ике сабыйҙың ғүмере өҙөлдө. Әсәләре 3, 4, һәм алты йәшлек балаларҙы бикләп һыуға китә, ә кире әйләнеп килгәнендә өйөнән көл өйөмдәре генә ҡалыуын күрә. Опека органдары аңлатыуынса, быға тиклем балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырғаны һәм эскеселек менән мауыҡҡаны өсөн ҡатын ике тапҡыр әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Холҡон төҙәткәс яңынан  сабыйҙарын алыуға өлгәшкән. Был юлы бәләкәстәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырыу фажиғәле тамамлана.

Ҡайғыһынан аҡылдан шаша яҙған ҡатын аҡ-ҡараны айырмай. Хәҙер инде уның өсөн донья, йәшәү мәғәнәһе бөткән. Йортонда сыҡҡан янғын сәбәпле, Елена Казанцева 3 һәм 4 йәштәге ике балаһын юғалта. Ул көндө әсә, сабыйҙарын өйҙә бикләп күрше урамға һыуға китә.
20 минуттан кире әйләнеп килгән ҡатындар йорт эсендә ут сыҡҡанын күрә. Янғын урынына йыйылған халыҡ уны үҙ аллы һүндереп ҡараған да, тик ҡыҙыл әтәс иҫке ағас йортҡа ныҡ йәбешә. Әлегә билдәле булыуынса, янғын балаларҙың ут менән уйнауы һөҙөмтәһендә сыға. Ғаилә менән таныш булғандар әйтеүенсә, 4 йәшлек Арсений гел шырпы менән булышыр булған.
Шаһиттар әйтеүенсә, янғын көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Ут тиҙ арала йортто ялмап ала, ә был ваҡытта эстә 3 бала булған. Күрше йәшәүсе ир ярҙамға ашыҡҡан, тик ҡыҙғанысҡа, ул сабыйҙарҙың берәүһен генә ҡотҡарып өлгөрә.
Рәйес Ильясов ваҡиғаны тетрәнеүһеҙ хәтеренә төшөрә алмай. Ихатаһында йөрөгән ир төтөндө күреп ҡалып күршеһенә йүгерә. Ишек бикле, ә эстә балалар ҡысҡырыша тип хәтерләй ул.  
Ауыл биләмәһе вәкилдәре аңлатыуынса, Елена Казанцева балалары менән Таутөмәнгә 2012 йылда күсеп килә. «Әсәлек капиталы»на йорт һатып ала, ир менән йәшәй башлай. Тик ҡатын йыш ҡына төшөрөр булған, ошо сәбәпле, ғаилә бағымсылыҡ органдары күҙәтеүендә торған.
Анастасия Сәлимова, Таутөмән ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе: «Елена Казанцева быға тиклем ике тапҡыр әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәйне. Сөнки алкоголле эсемлектәр менән мауыға, балаларын ҡарауһыҙ ҡалдыра ине. Аҙағыраҡ яман ғәҙәтен ташлағас, сабыйҙарын кире алды».
Уттан ҡотҡарылған 6 йәшлек Даринаның сәләмәтлегенә зыян килмәгән. Табиптар ҡарағас, ҡыҙҙы инәһе алып торған. Бала үҙен яҡшы тоя, уйнай, кисәге ваҡиғаны ул тиҙерәк оноторға теләй, ти ҡатын.
Лариса Чуновалова, Елена Казанцеваның апаһы: «Дарина фажиғәне иҫкә алырға теләмәй. Беҙ ҙә был турала һүҙ ҡуҙғатмайбыҙ, уны әүрәтергә тырышабыҙ. Сабый әсәһен көтә, гел «ҡасан килә?» тип һорай».
Ике сабыйҙың үлеме буйынса Башҡортостандың тикшереү комитеты идаралығы тикшереү башлаған. Уның һөҙөмтәләре буйынса хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Елена Казанцеваның йәнә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку