Бөгөн таңғы сәғәт 4-тәр тирәһендә Максимовка ауылының Сосновская урамындағы күп фатирлы ағас йортта янғын сыға

Бөгөн таңғы сәғәт 4-тәр тирәһендә Максимовка ауылының Сосновская урамындағы күп фатирлы ағас йортта янғын сыға 29.05.2017

Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр килеп етә, ләкин 1947 йылда төҙөлгән бина күҙ асып йомғансы  көл- күмергә әйләнә. Янғын һөҙөмтәһендә дүрт ғаилә урамда тороп ҡалған. Күҙалланыуынса, уттың бер кем дә йәшәмәгән 6-сы  фатирҙан сығыуы ихтимал. Күршеләр әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә фатир ишеге асыҡ торған һәм унда  теләгән һәр кем инеп янғынға сәбәпсе була алған.

Шул уҡ ваҡытта  ҡазаның электр сымдарынан сығыуын  йортта йәшәүселәр бөтөнләй инҡар итә. Сөнки  һәр фатирҙа күптән түгел электр сымдары яңыртылған булған.  Янғында зыян күреүселәрҙең береһе  Юлиә Шафиҡова хәҙер ире, ете айлыҡ ҡыҙы һәм йәш тә өс айлыҡ улы менән  күрше йорттағы   20 квадрат метрлыҡ бүлмәлә йәшәгән әсәһендә көн итергә мәжбүр.
Юлиә Шафиҡова, янғындан зыян күреүсе: «Телефон шылтырағанға уянып киттем. Күрше өйҙә йәшәгән килендәшем өйөгөҙ яна тип әйткәс кенә балаларҙы уяттым да, йән-фарман йүгереп сығып киттек. Кисә генә өйҙә ремонт эштәрен тамамлағайныҡ. Хәҙер инде өй урынына көл-күмер генә ҡалды».
Валентина Малышева, янғындан зыян күреүсе: «Йылдар буйына йыйылған мөлкәт, документтар бер -нисә сәғәт эсендә генә юҡҡа сыҡты. Кейемдәр, көнкүреш техникаһы бараһы ла яңы ине. Бер нәмә лә ҡалманы... Хәҙер нисек йәшәргә?»
Әлеге ваҡытта янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.  Янғында зыян күреүселәргә матди ярҙам итергә теләүселәр беҙҙең редакцияға йәки 8-987-10-19-118  телефон һандарына шылтырата ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку