Бөгөн төндә Төмән-Ханты-Манси трассаһындағы аварияла Башҡортостандан 48 йәшлек ир һәләк булған

Бөгөн төндә Төмән-Ханты-Манси трассаһындағы аварияла Башҡортостандан 48 йәшлек ир һәләк булған 09.06.2017

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, «SsangYong» водителе  алда барған машинаны уҙырға маташҡанда идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршыға килгән «КИА» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә һуңғыһының 33 йәшлек водителе һәм пассажир яҡташыбыҙ ваҡиға  урынында һәләк була.

Асыҡланыуынса, «SsangYong»ҡа идара итеүсе ир быға тиклем рулдә иҫерек  килеш тотолоп водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән  булған. Төмән дәүләт авто инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әле лә авария сәбәпсеһе һәм уның пассажиры эскән булған.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ла үткән тәүлек эсендә  54 эскән водитель тотолған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан полицияһынан. Яҡынлашып килгән байрамдарҙа, республика дәүләт автоинсекцияһы көсөргәнешле режимда эшләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика