Бөгөн төндә Мысырҙан Рәсәйгә Синай ярымутрауында һәләк булыусыларҙың табуттары менән тағы ла бер лайнер ҡайтты

Бөгөн төндә Мысырҙан Рәсәйгә Синай ярымутрауында һәләк булыусыларҙың табуттары менән тағы ла бер лайнер ҡайтты 03.11.2015

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авиаһәләкәт 224 кешенең, шул иҫәптән 24 баланың ғүмерен өҙҙө. Илдең барлыҡ төбәктәренд лә хәтер акциялары үтә. Мәрхүмдәрҙең исеме яҙылған шарҙар бөгөн Өфөлә лә осорола. Сара «Ҡашҡаҙан» паркында киске сәғәт 9-ҙа үтә.

Аэровокзал тәҙрәһенә ҡуш усы менән тотонған сабый тап ҡәһәрле 9268 рейс пассажиры Дарина Громова. Йәш ғаиләнең ун айлыҡ сабыйын курортҡа барыр алдынан төшөргән фотоһы. Интернет селтәрҙәрендә һүрәткә  «Төп пассажир» тигән исем бирелгән. Ә был фото фажиғәнән бер-нисә минут алда ғына төшөрөлгән. Ольга Шеиндың тормош иптәше ҡыҙы менән самолетҡа ултырған ваҡыт. Ғаилә өс балаһы менән һәләк була. Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһының Пулково аэропортына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүге махсус рейсы ултырҙы. Ә яҡындары Мысырҙан туристарҙы шәмбе иҫән-һау килеш көткәйне. Һәләк булыусыларҙы иҫкә алыуға меңрдәрсә кеше килде. Гөлләмә, йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡайғы уртаҡлашыусы хаттар...
Тотош донъяны, бигерәк Рәсәй халҡын тетрәткән яңылыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бигерәк тә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡабат 2002-се йылдарға алып ҡайтты.
Хәбәрсе ғына күҙ алдына килтерә. Бортпроводник булып эшләгән Айсыуаҡ Йәркәй улы һәләк булғанда ҡыҙға биш кенә йәш була. 13 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан,  йөрәк яралары уңалмай. Ғәзиз кешеһе хаҡында Айһылыуға тик фото, төрлө илдәрҙән яҙылған хаттар ғына хәтерләтә.
Боден күле өҫтөндәге һәләкәткә быйыл 13 йыл тулды. Башҡортостан «Боингы»ның тәүҙә кисектерелеүе, һуңынан уларҙы яңылышып бөтөнләй икенсе аэропортҡа ебәреүҙәре фажиғә тураһында, гүйә, алдан иҫкәртә. 1 июлдән 2-һенә ҡараған төндә теркәлгән авиаһәләкәт - уртаҡ ҡайғы. Ул бөтөнләй сит-ят кешеләрҙе, дин, милләттәрҙе берләштерҙе. Тотош илде тетрәткән фажиғә йөҙҙәрсә ғаиләнең яҙмышын аҫтын-өҫкә килтерҙе.
31 октябрҙә теркәлгән фажиғәгә бәйле, барлыҡ авиакомпанияларға Синай ярымутрауы аша осоу тыйылды. Шуға ҡарамаҫтан, Мысырға ял итергә барыусы туристар путевкаларынан баш тартмаған. Шарм-эль-Шейх һаманғаса  популяр ял урыны булып ҡала.
Мысырҙа теркәлгән авиаһәләкәт сәбәптәре әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Фекерҙәр төрлө. Ҡағалымавиа етәкселеге, лайнерҙың төҙөк булыуын, ҡолауына бәлки, тышҡы факторҙар йоғонто яһағандыр тип белдерә. 9268 рейсы тотош донъяның уртаҡ ҡайғыһына әйләнде...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика