Бөгөн төндә ҡаҙанлыҡ шартлау һөҙөмтәһендә Менделеев урамындағы егерменән ашыу йорт бер нисә сәғәткә йылыһыҙ һәм һыуһыҙ ҡалды 28.03.2017

Ҡаҙанлыҡ  хеҙмәткәрҙәре араһында зыян күреүселәр юҡ. Асыҡланыуынса, йылылыҡ биреү үҙәгендәге өс ҡаҙанлыҡтың береһе шартлаған. Әле ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре тикшерелә. Йорттарға йылылыҡ һәм һыу бирелгән. Ваҡиға урынында шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара.

Ғәҙәттән тыш хәл 27 март төнгө сәғәт ун берҙә теркәлә. Көслө шартлау эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙе һиҫкәнергә мәжбүр итә. Күптәр тәҙрәләренән көслө боҫ бәреп торғанын һәм кешеләрҙең йүгерешә башлауын ғына күреп ҡала. Урында йәшәүселәр араһында зыян күреүселәр юҡ.
Шартлау эҙемтәләренән күренеүенсә, ул ярайһы уҡ көслө булған. Бинаның тәҙрәләре бар яҡлап та селпәрәмә килгән. Хеҙмәткәрҙәр араһында ла зыян күреүселәр юҡ. Күрше йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдең үлемесле тамамланыуы ихтимал ине. Ҡаҙанлыҡ урынлашҡан бина кәртә менән уратып алынһа ла уның аша ябай кешеләр ҙә үтеп йөрөй. Ярай ҙа кеше бина эргәһенән  үтеп киткәс кенә шартлау яңғырай.
Икенсенән, был ҡаҙанлыҡҡа эргәләге яңы төҙөлгән йорттарҙы ла тоташтырырға иҫәп тотолған. Был йылытыу ҡоролмаһы юғары баҫымға иҫәпләнмәгән, ти оҙаҡ йылдар ҡаҙанлыҡта эшләгән Валерий Вәлиев. Ярай ҙа әле боронғо биналар ҡағиҙәгә ярашлы төҙөлгән. Юҡһа, был ҡаҙанлыҡты тергеҙерлек тә булмаҫ ине.
Валерий Вәлиев, ғәҙәттән тыш хәл шаһиты
«Ҡаҙанлыҡтарҙа тәҙрәләр махсус рәүештә ҙур итеп уйыла. Әгәр шартлау булһа быяла селпәрәмә килә, ә стеналар теүәл ҡала. Бында берәй шланг бушап тороп пар  сығып торғандыр тип уйлайым. Сөнки ут, төтөн булманы бит».
Шартлау сәбәптәренең рәсми версияһы әлегә билдәһеҙ. Эксперт төркөмө төҙөлөп асыҡлау эштәре алып барыла. Әйткәндәй, бер көн элек кенә йорттарға ҡаҙанлыҡта ремонт сәбәпле, һыу һүндерелеп тора тигән иғлан да булған. Коммуналь хужалыҡ белгестәре әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл был ремонт менән бөтөнләй бәйле түгел.
Ирек Ғилманов, ҡаҙанлыҡтар буйынса техник директор урынбаҫары: «Тәүге мәғлүмәттәр буйынса газ һәм һыу ҡатнашмаһы шартлаған. Әле тикшереүселәр ике фаразды асыҡлай. Ниндәйҙер ҡоролманың эшлектән сығыуы ихтимал, йә булмаһа кеше факторы».
Эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр шартлау эҙемтәләрен һиҙмәй ҙә ҡалған. Таңғы етеләр тирәһендә һыу ҙа, йылылыҡ та булған. Артабан да өҙөклөктәр булмаясаҡ, ти коммуналь хеҙмәткәрҙәр. Әле улар ҡаҙанлыҡ урынлашҡан бинаның тәртипкә килтереп тәҙрәһеҙ ҡалған ерҙәрҙе туҡымалар менән көпләй

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика