Бөгөн тәбиғәт ғәрәсәте Краснокама һәм Яңауыл райондарындағы бер нисә ауылға зыян килтерҙе

Бөгөн тәбиғәт ғәрәсәте Краснокама һәм Яңауыл райондарындағы бер нисә ауылға зыян килтерҙе 29.08.2014

Көслө өйөрмә йорт ҡыйыҡтарын осорҙо, автомобилдәрҙе түңкәрҙе.

Был һәүәҫкә видеояҙма Краснокама районында Ағиҙел ҡалаһы эргәһендә төшөрөлгән. Көслө өйөрмә күҙ асып йомғансы тотош ауылды юҡҡа сығара.
Краснокама районының Ҡарый ауылында ғәрәсәт зыян килтермәгән йорт ҡалманы тип хәбәр итә урындағы хакимиәт башлығы Владислав Петров. Мәктәп һәм социаль объекттар зыян күргән. Йорттарға электр һәм зәңгәр яғыулыҡ биреү туҡтатылған. Әле ғәҙәттән тыш хәл урынына махсус хеҙмәттәр килгән. Улар баһалауынса, ауыл 2-се дәрәжә ҡатмарлыҡтағы торнадо аҫтында ҡалған. Бәхеткә, кешеләр ҡазаланмаған. Әлеге ваҡытта, ваҡиға урынында махсус хеҙмәт эшләй. Шаһиттар әйтеүенсә, дауыл аңғармаҫтан башланып, бер-нисә минут эсендә донъяның аҫтын-өҫкә килтергән.
Көслө дауыл бөгөн Яңауыл районында ла күҙәтелде. Төбәккә ул байтаҡ зыян килтереүе тураһында мәғлүмәт бар. Тәбиғәт ғәрәсәте Ураҡай, Кониг, Истәк, Иҫке Көйөк ауылдарын электәргән.  Яңауылда бигерәк тә көнсығыш биҫтәһенә зарар килгән. Шаһиттар билдәүенсә көслө ел  хатта йөк автомобилдәрен түңкәргән. Яңауыл үҙәк дауаханаһына 14 кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Тәбиғәт ғәрәсәтендә ике кешенең ғүмере өҙөлөүе тураһында ла хәбәр ителә. Уларҙың кәүҙәһен ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан сығарған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку